1 Минең менән һөйләшкән фәрештә тағы килде лә мине йоҡонан уятҡан һымаҡ уятты.
Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине.
Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:
Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.
Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Был нимә? – тип һораным. – Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул.
«Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.
Минең менән һөйләшкән фәрештә эргәмдән китә башлағайны, икенсе бер фәрештә уның ҡаршыһына сыҡты ла:
– Уларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһеңме ни? – тип һораны фәрештә. – Юҡ, хакимым, – тип яуап ҡайтарҙым. Шунан ул миңә: