Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 3:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 3:9
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ярҙарында оя ҡора ҡоштар, Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар.


Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


Был таштарға Исраил улдарының исемдәрен оҫта ырыусы мөһөр уйған һымаҡ итеп яҙ. Был таштарҙы алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙер ҙә


Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.


Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».


Ул көндө Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн бер шишмә урғылып сығыр.


Фәрештә үҙенең янындағыларға: – Уның бысраҡ кейемдәрен систерегеҙ! – тине. Шунан Йеһошуағҡа: – Бына ҡара, ғәйебеңде алып ташланым, – тип өндәште. – Һиңә байрам кейемдәре кейҙерәм.


Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр. Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ