3 Йеһошуағ фәрештә ҡаршыһында бысранып бөткән кейемдә тора ине.
Хаким, ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.
Ҡыуаныс менән тәҡүә ғәмәлдәр ҡылған, Һинең юлдарыңдан йөрөгән, Һинең әмерҙәреңде онотмағандарҙы Һәр йәһәттән хуплап ҡаршылайһың. Һин асыуландың – беҙ оҙаҡ гонаһ ҡылдыҡ. Инде ҡотолоу таба алырбыҙмы?
Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.
Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.