Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 3:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 3:1
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр, Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр; Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар.


Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң, Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын. Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң, Минең телем кеүек булырһың. Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың, Ә улар һинең алдыңа килер.


Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды.


Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты.


Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.


Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.


Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Был нимә? – тип һораным. – Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул.


«Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.


Минең менән һөйләшкән фәрештә эргәмдән китә башлағайны, икенсе бер фәрештә уның ҡаршыһына сыҡты ла:


Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.


– Былар бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


Уларҙан алған алтын менән көмөштән таж яһат та баш ҡаһин Йеһошуағ Йеһосадаҡ улының башына кейҙер.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.


Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ