Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 13:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 13:2
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.


Әгәр ҙә малды йыртҡыс талаған булһа, ҡараған кеше, быны иҫбатлап, малдың ҡалған емтеген күрһәтһен – шунда зыянланған мал өсөн түләмәҫ.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.


Бынан һуң Исраил нәҫеле араһында һис бер ялған күренмеш, алдатҡыс күрәҙәлек булмаясаҡ.


Шул арҡала һеҙ башҡаса уйҙырма күренмештәр күрмәҫһегеҙ һәм күрәҙәлек итмәҫһегеҙ. Мин халҡымды һеҙҙең ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Әгәр пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, ул пәйғәмбәрҙе Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен.


Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ биремен һәм уны күбәйтермен. Башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм.


Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.


Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ селпәрәмә килер, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ.


Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен: Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә Мин һинең менән никахлашырмын.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер.


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын юҡ итегеҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын утта яндырығыҙ, илаһтарының боттарын ватығыҙ – ул урында уларҙың исемдәре лә иҫкә төшмәҫлек булһын.


Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ