Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 1:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 – Төндә күрҙем: үҙәнлектәге мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 – Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 1:8
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Үҙемә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.


Сүлдә кедр, сәрүәр ағастары, Мирт һәм зәйтүн ултыртырмын; Далала кипарис, ҡарағай, Платан ағастарын бергә үҫтерермен.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.


Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы, Көтөүен лилиәләр араһында утлата.


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, ун беренсе ай булған шеват айының егерме дүртенсе көнөндә Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. Зәкәрьяһ былай тине:


Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.


Улар мирт араһында торған Раббы фәрештәһенә: «Донъяны байҡап сыҡтыҡ, – тинеләр. – Ер йөҙө тыныс һәм имен-аман».


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ