Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 1:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 – Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 – Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 1:4
55 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙ гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әйткәндәремде тыңламағанығыҙ өсөн,


һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


– Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Кем борғо тауышын ишетеп тә һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр.


Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.


Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.


Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ