Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Юныс 2:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Шашҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Юныс 2:4
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.


Йә Раббы, мөғжизәләреңде күк данлаһын, Тоғролоғоң изгеләр йыйынында маҡталһын.


Сөнки кем күктә Һиңә тиңләшә алыр? Илаһи заттарҙың ҡайһыһы Раббыға оҡшаш?


Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның.


Ә Сион: «Раббы мине ташланы, Хакимым онотто мине!» – тине.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам».


Һыуҙар башымдан ашты, Мин: «Бөттөм», – тинем.


Шунда Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ