2 Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:
Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?
Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.
Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын!
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Миңә ҡотолоу тик Унан килер.
Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!
Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы, „хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.
Йә Раббы, исемең менән Соҡор төбөнән Һине саҡырҙым.
Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.
Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.