Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Юныс 1:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Юныс 1:2
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был илдән ул Ашшурға китеп, унда Ниневеға, Реховот-Ирға һәм Калахҡа,


Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневеға ҡайтып китте һәм шунда йәшәне.


Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып, хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.


Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.


Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.


Юныс юлға сыҡты, Раббы ҡушҡанса, Ниневеға юлланды. Ниневе Алланың шундай ҙур ҡалаһы ине: уны урап сығыр өсөн өс көн кәрәк булыр ине.


– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк ҡала Ниневены нисек йәлләмәйем?


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Ниневе тураһында әүлиәлек. Әлҡоштан Нахумдың күренмеш китабы.


Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле. Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр, Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән Зыян күрмәгән берәйһе бармы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ