5 Раббы тәғәйен ваҡытын да билдәләне: «Быны Мин бөтә илдә иртәгә эшләйем», – тине.
Әгәр халҡыма китергә рөхсөт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм.
Мин Үҙ халҡымды һинең халҡыңдан айырасаҡмын. Был хикмәт иртәгә булыр“».
Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта, Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күрелгәне юҡ.
Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».
Иртәгәһенә Раббы әйткәнен эшләне, мысырҙарҙың бөтә мал-тыуары ҡырылып бөттө, Исраил халҡының бер генә малы ла ҡазаланманы.
Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.