26 Бары тик Исраил халҡы йәшәгән Гошен ерендә генә боҙ яуманы.
Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине.
Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ».
Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.
– Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.
Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».
Иртәгәһенә Раббы әйткәнен эшләне, мысырҙарҙың бөтә мал-тыуары ҡырылып бөттө, Исраил халҡының бер генә малы ла ҡазаланманы.
Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».
Шуның өсөн дә Мин ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.