Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 9:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ләкин һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн Мин һине иҫән ҡалдырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 9:16
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр Илаһи билдәләреңде күреп ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүендән һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп шөһрәтемде күрһәтермен.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!» Исраилдар шулай эшләне.


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!


Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та нәҙер ҡорбаны итеп Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ