Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 8:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 8:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырта һалып алды ла былай тине: – Аллағыҙ Раббы алдында ла, һеҙҙең алда ла гонаһ ҡылдым.


Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.


Муса, фирғәүен янынан сығып, Раббыға ялбарҙы.


Халыҡтың ҡасып китеүе тураһында Мысыр батшаһына хәбәр иткәс, фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре кире уйланы. – Нимә эшләнек беҙ? – тине улар. – Ҡолдарыбыҙ исраилдарҙы ебәрҙек.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


– Һинән сығыу менән Раббынан һорармын, иртәгә үк фирғәүен дә, уның хеҙмәтселәре лә, тотош Мысыр халҡы ла күгәүендән арыныр. Фәҡәт фирғәүен алдашыуҙан туҡтаһын, халыҡты Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрмәй тормаһын, – тине Муса.


Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.


– Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса.


Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. –


Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!


Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды.


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббынан ялбарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ