32 Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.
– Мысырға әйләнеп ҡайтҡас Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –
Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.
Раббы уның һорағанын үтәне: фирғәүенде, уның хеҙмәтселәрен, тотош Мысыр халҡын күгәүендән ҡотҡарҙы. Бер күгәүен дә ҡалманы.
Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.
Фирғәүен белешергә ебәрҙе – ысынлап та, Исраил халҡының бер генә баш малы ла үлмәгәйне. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Исраил халҡын ебәрмәне.
Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!