14 Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды.
Нилдағы балыҡ ҡырылды, йылға шул хәтле һаҫыны, Мысыр халҡы унан һыу эсә алмаҫ булды. Бөтә Мысыр ерендә ҡан ине.
Раббы Муса һорағанса эшләне: йорт эстәрендәге, урам буйҙарындағы, баҫыу-яландағы тәлмәрйендәр ҡырылып бөттө.
Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.
Раббы шулай эшләне лә: фирғәүен һарайын, уның хеҙмәтселәренең йорт-ерен, тотош Мысырҙы ҡара болот булып күгәүен баҫты: күгәүендән ер иңрәне.
Сихырсылар башҡаса Муса менән ярыша алмаҫ булды, уларҙың тәне лә, бүтәндәрҙеке шикелле, эренле шеш менән ҡапланғайны.
Соған ҡалаһының башлыҡтары ниндәй ахмаҡ! Фирғәүендең аҡыллы кәңәшселәре тиле кәңәштәр бирә. Улар нисек фирғәүенгә: «Беҙ – аҡыл эйәләре тоҡомо, Боронғо батшалар нәҫеленән», – тип әйтергә баҙнат итә?
Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер.
Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирәсәкмен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торасаҡ. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләйәсәктәр һәм Һамон-Гог үҙәне тип атаясаҡтар.
Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!