30 – Матур һөйләй белмәйем шул, – тине Муса. – Фирғәүен мине тыңлар тиһеңме?
Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.
Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.
Әммә Муса: – Исраил халҡы тыңламағанды, нисек итеп мине фирғәүен тыңлаһын? Матур итеп һөйләй белмәйем мин, – тип яуапланы.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.