6 Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә:
Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағамсес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.
Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.
Фирғәүен янынан сыҡҡас, ҡарап эшләтеүселәр менән мөдирҙәр халыҡҡа барып: – Фирғәүен бынан ары һеҙгә һалам бирмәҫкә ҡушты, – тип белдерҙеләр. –
«Көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын кәметмәгеҙ» тигәнде ишеткәс, мөдирҙәр иңдәренә төшкән бәләне аңланы.
– Элек һеҙ кирбес һуғыр өсөн һалам бирә инегеҙ. Инде бирмәгеҙ – әйҙә, һаламды үҙҙәре эҙләп тапһын, – тип бойорҙо. –
Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ.
Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.
Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ.