Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 5:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 5:3
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың.


Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.


Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та: «Раббы былай тип әйтә, тигән: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: Исраил халҡының бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында ҡайғы! Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.


Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.


Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ