7 Сатыр менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуй һәм унда һыу тултыр.
Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.
Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар биргән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.
Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр.
Сатырҙы уратып ихата ҡор, ихата ҡапҡаһына ҡорма эл.
Ул көндө Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн бер шишмә урғылып сығыр.