23 Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.
Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы.
Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй.
Иң яҡшы ондан ун ике икмәк бешер. Һәр икмәккә эфаның ундан ике өлөшө күләмендә он тотонолһон.
Уларҙы Раббы хозурына алтышарҙан ике рәт итеп пак өҫтәлгә теҙеп һал.