22 Өҫтәлде Осрашыу сатырының эсендә, төньяҡ тарафҡа, пәрҙә алдына ҡуйҙы.
Пәрҙә алдына – изге икмәк өсөн өҫтәл, өҫтәл ҡаршыһына шәмдәл ҡуй. Шәмдәл – Изге сатырҙың көньяҡ стенаһы янында, өҫтәл төньяҡ стенаһы янында торорға тейеш.
Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы.
Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй.