29 Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы.
Раббы ҡулын күтәреп ант итте – Сүллектә уларҙы ҡолатырға,
Муса, тауҙан төшөп, халыҡтың аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла уларға Раббы ҡушҡандарҙың һәммәһен дә һөйләп бирҙе.
Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. –
Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әмма Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.
Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: „Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһы ла күрҙем.