Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 4:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 – Мысырға әйләнеп ҡайтҡас Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 – Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 4:21
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.


Сатырҙарында зарланыштылар, Раббының әйткәндәрен тыңламанылар.


Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар. Мин уны һәм уның хеҙмәтселәрен тиҫкәреләндерҙем. Быны Мин улар араһында хикмәттәремде күрһәтер өсөн,


Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне.


Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды.


Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәттеләр. Ләкин фирғәүен, Раббы уның тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.


Раббы Мусаға: «Фирғәүенде һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаҫлыҡ иттем. Мысыр ерендә тағы ла күберәк мөғжизәләр ҡылыр өсөн эшләнем Мин быны», – тине.


Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүендән һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп шөһрәтемде күрһәтермен.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!» Исраилдар шулай эшләне.


Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нимәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.


Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк.


Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер.


Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын.


Тәлмәрйендәр һинән, һарайҙарыңдан, хеҙмәтселәреңдән, халҡыңдан китер; улар бары тик йылғала ғына ҡалыр.


Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.


Әммә Раббы фирғәүенде һаман ҡарыштырҙы һәм фирғәүен уларҙы тыңламаны. Барыһы ла Раббы Мусаға әйткәнсә булды.


Һаман ныҡышты фирғәүен, Исраил халҡын ебәрмәне. Бөтәһе лә Раббы Муса аша алдан әйткәнсә булды.


Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор.


Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!


Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ