2 – Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса.
Ул тирәк, баҙам, чинар ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы.
Раббы ғәмәлдәре бөйөк, Уларға һоҡланғандар төшөнә.
Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.
Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә меңгәштерҙе лә, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды.
Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын.
– Әгәр ҙә ки фирғәүен һеҙҙән берәй мөғжизә күрһәтеүҙе һораһа, Муса, һин Һарунға әйт: таяғын фирғәүен алдына ергә ташлаһын – таяҡ йыланға әүерелер.
Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.
Һыйыр малының, ваҡ малдың унынсы өлөшө, көтөүсе таяғы аҫтынан үткән һәр унынсы мал – Раббының изге өлөшө.
Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.