Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 32:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 32:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләнән йолоп алды.


Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.


Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй исраилдар, бына һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан аллағыҙ! – тип ҡысҡырышты.


Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.


Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Бынан ары Исраил халҡы, арттарынан эйәреп зина ҡылған кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.


Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.


Күрҙем, Аллағыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ эшләгәнһегеҙ, үҙегеҙгә үгеҙ башмаҡҡа оҡшаған һын ҡойоп алғанһығыҙ. Раббының һеҙгә бойорған юлынан бик тиҙ тайпылғанһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ