Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 32:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 32:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй исраилдар, бына һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан аллағыҙ! – тип ҡысҡырышты.


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Тик был кире, аҙғын быуын Уға тоғролоғон һаҡламаны. Уға бала булманылар, Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар.


юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ.


Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.


Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул асыуланып һеҙҙе юҡ итергә теләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ