Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 32:32 - Башкирский ВЗ (неполный)

32 Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 32:32
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә, Күңелем минең тоғро! Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын.


Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине.


Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.


Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Мысырҙан ошонда еткәнсе был халыҡты нисек ғәфү итә килһәң, хәҙер ҙә Үҙеңдең бөйөк мөхәббәтең хаҡына уларҙың гонаһын ярлыҡа!


Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ