14 Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.
Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.
Әгәр һеҙ яҡшылыҡ юлына баҫып игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.
Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.
Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.
Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ!
Әйтер инем: „Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар“.
Әгәр, ысынлап та, шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!
Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.
Раббы Мусаға былай тине: – Һинең үтенесең арҡаһында уларҙы ғәфү итәм.
– Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы.
Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, әсирҙәренең дә, азаттарының да ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.
Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.
Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.
Раббы кире уйланы: – Ярай, улай эшләмәм, – тине.