Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 32:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 32:13
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы былай тине: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама.


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс,


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ