Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 32:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 32:12
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.


Көн оҙоно Һиңә ялбарамын, Эй Хаким, миһырбанлы бул миңә.


Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең, Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың.


Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.


Әгәр, ысынлап та, шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!


Исемеңде әйтеп саҡырған, Һин тип йән атҡан бер кем юҡ. Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең, Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең.


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулыңдың эше.


Шуға күрә Раббы әйтә: «Мин һине ер йөҙөнән юҡ итәм. Раббыға ҡаршы ҡотороттоң, шуның өсөн быйыл үләсәкһең».


Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.


Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем.


Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем. Сөнки исраилдарҙы уларҙың күҙе алдында Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. „Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?“ – тимәһендәр».


Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.


Раббы кире уйланы: – Ярай, улай эшләмәм, – тине.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым.


Мысырҙан ошонда еткәнсе был халыҡты нисек ғәфү итә килһәң, хәҙер ҙә Үҙеңдең бөйөк мөхәббәтең хаҡына уларҙың гонаһын ярлыҡа!


– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, әсирҙәренең дә, азаттарының да ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Юҡһа Һин беҙҙе алып сыҡҡан ерҙә йәшәүселәр: «Раббы уларҙы бирергә вәғәҙә иткән ергә алып бара алманы. Ул был халыҡҡа нәфрәтләнгән өсөн уларҙы сүлдә үлтереү маҡсаты менән бынан алып сыҡты», – тип әйтер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ