Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 30:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 30:1
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен ҡорбан усағын гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге.


Ул буйы – бер, иңе бер терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында дүрткел булһын. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөндө тәшкил итһен.


өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын,


төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы;


алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы,


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – аның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.


Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.


Шунан һуң ҡанды Раббы хозурынында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.


Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла.


Алтын ҡорбан усағына ла зәңгәр йәймә, өҫтөнән йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, ҡолғаларын урындарына ҡуйырҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ