Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 3:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, хөр ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 3:8
54 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.


Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!


Раббы Ибрамға былай тине: – Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер.


Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр.


Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән?


– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.


Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырланмын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды».


Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын ғәскәр ише сафҡа теҙеп Мысырҙан алып сыҡты.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам“».


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙы һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.


Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына бай илгә алып китермен.


Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине!


Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.


Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем, Тәмле емешен ашаһын, Байлығын файҙаланһын тигәйнем, Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ, Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ.


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.


Ҡәнғән ерен ҡарарға ебәргәндә Муса уларға былай тине: – Негев аша ул таулы илгә барығыҙ.


Ниндәй ер икәнен, ниндәй халыҡ йәшәгәнен, көслөмө ул халыҡ, көсһөҙмө, күпме, әҙме – һәммәһен ҡарағыҙ.


Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.


Был тупраҡтың емештәрен алып килеп күрһәттеләр һәм: «Аллабыҙ Раббы беҙгә бирәсәк ер яҡшы», – тип хәбәр иттеләр.


Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ.


Аталарығыҙҙың Аллаһы Раббының һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән илгә – һөт менән бал аҡҡан ергә кергәндән һуң, был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен шул таштарға яҙығыҙ.


Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙы, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ