Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 3:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 3:17
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр!


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Һөт менән бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп һеҙҙе йолоп алырмын.


Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.


Беҙҙе бында алып килде, был һөт менән бал аҡҡан ерҙе бирҙе.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ