Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 3:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: „Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһы ла күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 3:16
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы.


Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр!


Тәҡүәләр һығынғанда Раббы ишетер; Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.


Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.


Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.


Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.


Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,


– Халҡыңдан алдараҡ кит, – тине Раббы Мусаға. – Үҙең менән Исраил халҡының бер нисә аҡһаҡалын ал. Ҡулыңа теге Нил һыуына һуҡҡан таяғыңды тот.


Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.


Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.


Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әмма Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.


Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ