2 Ағайың Һарунға, мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.
2 Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.
Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.
Күктәр һөйләй Уның хаҡлығы хаҡында, Шөһрәтен бөтә халыҡтар күрә.
Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.
Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.
хеҙмәт атҡарыу өсөн туҡылған кейемдәрҙе – Һарун ҡаһиндың изге кейемдәрен һәм уның улдарының ҡаһинлыҡ кейемдәрен;
Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.
Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.
Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.
Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.
Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.
Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.
Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.