Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 24:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 24:6
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.


һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш.


Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә: – Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.


Тәкәне сал һәм уның ҡанын һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпеп сыҡ.


Тәкәне сал. Тәкәнең бер аҙ ҡанын алып Һарундың һәм уның улдарының уң ҡолаҡтары осона, уң ҡулдарының баш бармағына һәм уң аяҡтарының баш бармағына һөрт. Ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпеп сыҡ.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары – ҡаһиндар – уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Бармағын ҡанға манып, Иң Мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ