18 Муса, болот эсенә инеп тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.
18 Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.
Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.
– Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы.
Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.
Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым.
Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.
Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.
Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды.
Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды.
– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
Раббы Мусаға былай тине:
Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.
ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».