Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 24:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 24:16
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.


иртәгәнән һуңғаға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәгәнән һуңға бөтә халыҡтың күҙ алдына Раббы Синай тауына төшәсәк.


Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс,


ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нимә лә эшләмәгеҙ.


Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.


Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор.


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп йөҙтүбән ергә ҡапландым, мин бер тауыш ишеттем.


Муса менән Һарун Осрашыу сатырына инделәр. Унан сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирҙеләр. Бына шул саҡта барса халыҡ алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды.


– Быларҙы эшләргә һеҙгә, алдығыҙҙа Раббы шөһрәте пәйҙә булһын өсөн, Раббы Үҙе бойорҙо, – тине Муса.


Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде.


Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ