Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 23:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 23:7
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. –


Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.


Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә ялған шаһитлыҡ биреп яман кешене яҡлама.


Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ярлыҡай. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар.


Хаҡ әйтәм, яман бәндә язаһыҙ ҡалмаҫ, иманлылар тоҡомо ҡоромаҫ.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәрҙең, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәрҙең, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!


Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.


Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.


Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ, Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.


Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.


«Ғәйепһеҙ ҡанды түгер өсөн аҡса алған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ