Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 23:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә күпселеккә эйәреп ғәҙелһеҙлек ҡылма.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 23:2
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды.


Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.


Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.


Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, Табандарым таймайынса ҡалған ине.


улым, аслан улар менән юлдаш булма, улар һуҡмағына аяҡ баҫма;


Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма, ямандарҙың юлы менән китмә.


Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, кәтип Йонаҫандың йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.


Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


– Батшам хакимым! Был әҙәмдәрҙең Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡылғандары бик насар. Уны һыу соҡорона ырғыттылар, унда ул астан үлә бит, ҡалала икмәк ҡалманы, – тине.


– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.


Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.


– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?


Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ