22 Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә.
Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»
Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма.
Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.
Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.
Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.
«Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә.
Үҙеңдең дә Мысырҙа ҡол булғаныңды, Аллаң Раббының һеҙҙе унан йолоп алғанын онотма. Шуға күрә һиңә ошоларҙы эшләргә бойорам.
Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә, етемдәр өлөшөнә һин кермә,
Сөнки уларҙың Яҡлаусыһы ҡөҙрәтле, уларҙың һиңә ҡаршы дәғүәләрендә етемдәрҙең тарафын аласаҡ.
килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,
шул саҡта һеҙҙе ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә тип бирелгән ошо ерҙә йәшәргә ҡалдырырмын.
Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға һығыныр һәм һин ғәйепле булырһың.
Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.
Сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.