20 Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.
Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк».
Раббы исраилдарҙы ишетте һәм Ҡәнғән халҡын уларға тапшырҙы. Исраилдар уларҙың үҙҙәрен дә, ҡалаларын да харам ҡылды. Шуға күрә был урын Хорма тип аталды.
Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.
Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.
Бынан ары Исраил халҡы, арттарынан эйәреп зина ҡылған кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.
Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарығыҙҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.
Килмешәкте йәберләмә. Сит-ят ерҙә нисек ҡыйын икәнен беләһегеҙ – Мысырҙа үҙегеҙ килмешәк булдығыҙ.
Ерегеҙҙә килмешәк төйәкләнһә, уны йәберләмәгеҙ.
Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә.
Уларҙан тыуған балаларҙың өсөнсө быуыны Раббы халҡы иҫәбенә инә ала.
Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма.
Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –