18 Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.
Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ.
„Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ!
Ниндәйҙә булһа хайуан менән яҡынлыҡ ҡылып үҙеңде нәжесләмә. Ҡатын кеше лә яҡынлыҡ ҡылыр өсөн мал-тыуар алдына баҫмаһын. Был – ҡәбәхәтлек.
Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булашмағыҙ.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.
Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.
«Берәй төрлө хайуан менән яҡынлыҡ ҡылған кешегә ләғнәт булһын». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.