Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 20:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 20:4
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Улар миңә: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тинеләр.


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй исраилдар, бына һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан аллағыҙ! – тип ҡысҡырышты.


Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.


Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.


Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр».


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер.


Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарығыҙҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.


Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.


Ул ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.


Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай».


«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ