16 Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.
Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.
Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә ялған шаһитлыҡ биреп яман кешене яҡлама.
Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.
Ғәйбәтсе кешенең серен асыр, тоғро кеше сер һаҡлай белер.
Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.
Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.
Үҙ халҡыңдан бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.
Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек.