25 Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.
Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр.
Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.
Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне.
Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.
Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.
Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.