Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 19:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 19:5
54 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла Ибраһимға былай тине: – Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ.


Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!


Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.


Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә, беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙеңдең мираҫың ҡыл!


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.


Минең йөҙөм баҡсам бары үҙемдеке. Эй Сөләймән, мең көмөшө һиңә, Ике йөҙө – йөҙөм үҫтереүселәргә.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Уның исеме!


Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булыр, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерер, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәм һин Минеке булдың.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Ҡайғы һеҙгә Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Раббы Аллағыҙҙыҡы;


Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп Ул һеҙҙе һайлап алды.


Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.


Бөгөн Раббы, һеҙгә биргән һүҙе буйынса, Уның бөтә бойороҡтарын үтәһәң, Уның Үҙ халҡы буласағығыҙҙы иғлан итте.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.


Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ