Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 18:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 18:12
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште.


Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте.


Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.


Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,


Ағай-эне бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтә башланы: төшкө ашты бында ашаясаҡтары уларға әйтелгәйне инде.


Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Иртәгәһенә Муса халыҡтың дәғүәләрен хәл итергә ултырҙы. Халыҡ иртәнән кискә тиклем Муса янында аяғөҫтө баҫып торҙо.


Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар килеп ҡоҙоҡтан һыу алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды.


– Ҡайҙа һуң ул? – тип һораны аталары. – Ниңә ҡалдырып киттегеҙ? Барығыҙ, ашарға саҡырығыҙ.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әмма Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.


Унан Муса, Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.


Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.


Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине.


Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем.


Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа: – Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


татыулыҡ ҡорбандарын да шунда килтергеҙ, ҡорбан итен ашағыҙ һәм Аллағыҙ Раббы алдында күңел асығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ