2 Бында ла бөтә Исраил йәмғиәте Муса менән Һарунға дәғүә белдерә башланы.
Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды.
Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.
Ул бойороуы була – дауыл ҡуба; Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына.
Төйәкләнер ҡалаға барып етһендәр өсөн Раббы уларҙы тоғро юлдан етәкләне.
– Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә, баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың?
Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.
Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.
– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.
шөһрәтемде һәм Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә